Резюме

      Яҡупова Лилиә Наил ҡыҙы 1998  йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған.  Иглин районы Меңйетәр ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы, “Аҡ тирмә” өлгөлө балалар фольклор, “Ләйсән” бейеү коллективтары етәксеһе.

     Дөйөм педагогик стажы - 17 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ - 17 йыл. Юғары категориялы уҡытыусы.

     Матбуғат биттәрендә сығышы: “Исемегеҙ мәңге онотолмаҫ...” (журнал “Башҡортостан уҡытыусыһы”  №6, 2013),   “...Эй, тыуған ер! Һин ғәҙиҙһең миңә...” (журнал “Башҡортостан уҡытыусыһы”  №6, 2011),  “Утлы һәм дауыллы йөрәкле әҙибә” (газета “Дәүер” №8, 2009), “Иглинем – минең тыуған төйәгем!” (газета “Дәүер” №7, 2009), “Русско-башкирский учебный функционально-ситуативный словарь (сфера “слышать”)”(Т.А.Кильдибекова, Г.В.Гафарова, Л.Н.Якупова  2010), “Лексико-семантическое поле слухового восприятия в башкирском языке” (Монография, Уфа, РИЦ БашГУ, 2012).

     Уҡыусыларҙың уңыштары: “Дорогами Отечества-2015” тирә-яҡты өйрәнеү буйынса район конкурсы “Шәжәрә” номинацияһында Нәбиуллин Ильяс (7 класс) еңеүсе, “Мәҙәни аманат” номинацияһында Яҡупова Линария (9 класс) еңеүсе; Еңеүҙең 70 йыллығына арналған  иншалар  буйынса район конкурсында “Ҡарт ҡартатайым менән ғорурланам” иншаһы өсөн Яҡупова Линария (9 класс) еңеүсе, рус теленән район олимпиадаһы призеры –Яҡупова Алтынай (4 класс), “Русский медвежонок-2015”  4, 6, 9 кл. призерҙар, еңеүселәр: Ғайсарова Илгизә (4 кл.) рус теленән призер, Кәлимуллина Милена (4 кл.) рус әҙәбиәтенән еңеүсе.

     Уҡытыусының семинарҙарҙа асыҡ дәрестәр үткәреүҙә ҡатнашыуы: “Дан һеҙгә, апайҙарым” (тыуған яҡ әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса 7 кл.), “Иглинем – минең тыуған төйәгем!” (тыуған яҡ яҙыусыларының ижадын өйрәнеү буйынса 10 кл.), “Ике составлы һөйләмдәр”(башҡорт теле 7 кл.), “Ҡылым. Түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау” (башҡорт теле 6 кл.),

     Буш ваҡыттарын үткәреүе:  әҙәби китаптар уҡый, бәйләм бәйләй, сигеү сигә, сәхнә өсөн милли костюмдар тегә.

 

    Ғаилә хәле: тол ҡатын, Линария (1999), Алтынай (2005), Нурия (2013) исемле  ҡыҙҙары бар.