Мин – уҡытыусы...      

(эссе)

         Мин – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Был минең өсөн һөнәр эйәһе булыу менән бергә йәшәү рәүеше лә. Ни өсөн ошо юлды һайланым һуң? Бәлки, яҙмыштыр. “Әгәр һеҙ уңышлы ғына эш табып, уға бар күңелегеҙҙе һалаһығыҙ икән, бәхет һеҙҙе үҙе табыр”, - тигән К.Д.Ушинский. Бәхет… Мин бик бәхетле! Минең яратып башҡарған эшем бар. Эйе, уҡытыусы һөнәренең бик етди һәм яуаплы булыуын яҡшы аңлайым. Уны йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәм, сөнки һәр баланың ғүмере, киләсәге уҡытыусы ҡулынан үтә.

         Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайларға нимә этәрҙе һуң? Баланы ысын күңелдән яратҡан кеше генә уның менән тығыҙ бәйләнеш булдыра ала. Атайым Наил - хеҙмәт уҡытыусыһы ине, итәғәтлелеге, кешелеклелеге менән ошо һөнәрҙе һайларға этәргәндер. Ә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дамира Казбек ҡыҙы  рус теленә булған һөйөү уятҡан. Изгелекле, йор һүҙле уҡытыусыларым тормошта үҙ урынымды табырға ярҙам итте. Милләтем татар булыуға ҡарамаҫтан (үҙ милләтемә, телемә, мәҙәниәтемә, тарихыма  ғашиҡмын),  башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәрен һайланым. Тыуған яғым Башҡортостан, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынам, ихтирам итәм. Башҡорт телен,  үҙ телемдән кәм күрмәй, яратып, һөйләшеп кенә ҡалмай, уҡыусыларға белем бирәм.                   .    Мин –  башҡорт теленә өйрәтеүсе, башҡортлоҡтоң орлоҡтарын сәсеүсе уҡытыусы, халҡымдың йөҙө. Беренсенән, туған телде өйрәтһәм, икенсенән, Тыуған  илебеҙгә - Башҡортостанға һөйөү тойоһо тәрбиәләргә, үҙ илен, телен ысын йөрәктән яратҡан шәхестәр үҫтерергә тейешмен.

       Минең бурысым –  телһеҙ башҡорттарҙы телле, мәҙәниәтле итеү. Ни өсөн телһеҙ башҡорттар? Был башҡорт булып та үҙ туған телендә һөйләшергә, үҙ мәҙәниәтен өйрәнергә телмәгән балаларға ҡағыла.  Әгәр бала үҙ халҡына ихтирамлы булһа, үҙенең хеҙмәте менән милләт үҫешенә үҙ өлөшөн индерә алһа, күңелендә  халҡы өсөн янып  йәшәү теләге, ихтыяжы тыуһа, минең бурыстарым үтәлгән була. Үҙ халҡын, телен яратҡан ғына, башҡа милләтте лә ихтирам итәсәк

       Хәҙерге заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш һуң? Үҫеп килгән быуынды нимәгә һәм нисек өйрәтергә? Заман үҙгәрә, йәмғиәт һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәт тә үҙгәрә. Ләкин уҡытыусының роле белем биреүсе кеше булараҡ ҡына түгел, ә мөһим тормош һорауҙарына яуап бирергә ярҙам итеүсе остаз булараҡ та үҙгәрмәй ҡала.

        Минең уҡыусыларым нисек уҡый? Халҡымдың мираҫын бөгөнгө быуынға тапшыра аламмы? Башҡортто телһеҙ, мәктәпһеҙ ҡалдырыу сәйәсәте алып барылған осорҙа, телебеҙҙе тартып алдырмаҫлыҡ быуын тәрбиәләй алабыҙмы? Бының өсөн мин ниндәй өлөш индерә алам һуң? Бына ошо уйҙар менән янып йәшәйем, эшләйем.

       Уҡыусыларҙың, предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлығын арттырыу өсөн төрлө традицион булмаған дәрестәр үткәрергә тырышам. Яңы инновацион технологияларҙы үҙләштерәм, дәрестәрҙә актив ҡулланам.

       Үҙемдең педагогик эшемдә халыҡ педагогикаһы, халыҡ ижады үрнәктәрен файҙаланыуға ҙур иғтибар бирәм.  Уҡыусыларҙы һөйөү, әхлаҡ, тәртип ҡағиҙәләренә боронғо атай-бабайҙар мираҫы ярҙамында ғына өйрәтеп була. Был сифаттарҙы тәрбиәләүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре ҙур роль уйнай.

         Халыҡ традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре башҡорт халыҡ ижадының нигеҙен тәшкил итәләр. Шуның өсөн дә халыҡ ижады үрнәктәрен өйрәнеү ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

        5-6 –сы кластарҙа халыҡ ижадының афористик жанрҙары өйрәнелә. Мәҫәлән, йомаҡтар балаларҙың зиһенен үҫтерә, аҡыл тәрбиәһе бирә. “Йомаҡ әйткән - һүҙ йыйыр, һүҙ эсенә уй йомор”.

        Мәҡәлдәр – халыҡтың гүзәл хазинаһы, уның зирәклеген, тапҡырлығын күрһәтә, ә уларҙа ятҡан мәғәнә тәрән тәрбиәүи сараға эйә. Мәҡәлдәрҙең төп темаһының береһе – тыуған ил темаһы “Үҙ илең – алтын бишек”, “Ере байҙың – иле бай”. Бындай мәҡәлдәр уҡыусыларҙа илгә мөхәббәт тойғоһо тәрбиәләй.

         Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә эпос, әкиәттәрҙе, риүәйәт һәм легендаларҙы өйрәнеү, уҡыусыларҙа тик яҡшы сифаттарҙы ғына тәрбиәләй.

        “Баланың үҫешенә башҡорт фольклорының йоғонтоһо” темаһы өҫтөндә беҙҙең бөтә мәктәп планлы рәүештә эшләй.

         Минең эшемдең төп маҡсаттарының береһе – телгә һөйөү тәрбиәләү, тыуған телдә матур һәм дөрөҫ итеп һөйләргә, фекер йөрөтөргә өйрәтеү.

         Меңйетәр мәктәбендә эшләү дәүерендә үҙем өсөн кәрәк тип тапҡан йүнәлештәрҙе һайланым:

         Туған телебеҙ тере икән, башҡорт халҡы ла йәшәйәсәк. Телебеҙҙе терелтеү, уны һаҡлап, ҡурсалап тороу - беҙҙең изге бурыс.

         Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныу даирәһен киңәйтеп кенә түгел, ә көндәлек тормошта ла ҡуллана алырлыҡ белемгә эйә булыуҙарын теләйем. Туған телен өйрәнгән бала киләсәк тормошонда ла үҙ урынын табып, халҡына битараф булмаһа, теленән оялмаһа - хеҙмәтемдең мәғәнәһе шунда. Битарафлыҡты, вайымһыҙлыҡты, ялҡаулыҡты ситкә этәреп һәр яңылыҡҡа ынтылып, эшеңдән йәм, тормоштан тәм табып йәшәүгә ни етә? Ниндәй генә хәл ваҡиға килеп тыумаһын, балаларҙы әсәләрсә ҡайғыртыуҙан, апайҙарса иғтибарымдан, әхирәттәрсә сер бүлешеүҙән ҡалдырмаҫҡа тырышам.

        Баланы нисек бар, шулай ҡабул ит. Уны үҙгәртергә, буйһондорорға тырышма, ә уҡыусының ышанысын яулап, күңеленә асҡыс таба бел.  Мин уларға үҫергә, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итергә тейеш. Уҡыусыға индивидуаль яҡтан яҡын килеү, уның һәләттәрен үҫтереүгә, предмет менән ҡыҙыҡһынырға, белемгә ынтылырға ярҙам итә.

       Тырышлыҡты, маҡсатҡа ынтылыуҙы алға ҡуйһаң уҡыусыларыңда ла шуны күрергә теләйһең. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен абруйлы итеп өйрәтеү, фәнгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, туған тел матурлығын күңеленә һеңдереү өсөн уҡытыусының үҙенә ысын ижадсы булырға кәрәк.

        Үҙ - үҙең булып ҡал. Яһалмалыҡ менән бала күңелен яулай алмаясаҡһың. Асыҡ йөҙ, ихлас йылмайыу, тиң күреп аралашыу - күптәргә етмәй. Ә бала наҙға, яҡшы һүҙгә һәр ваҡыт мохтаж. Уҡыусыға шатлыҡ бүләк ит: дәрестә ҡыуанып ултырһын.

        Туған тел өлкәһендә эшләүсе профессор, ғалим, методистарыбыҙҙың ғилми хеҙмәттәрен даими өйрәнәм, эҙләнәм, күҙәтәм, дөйөмләштерәм һәм үҙ эшемдә ҡулланам. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең сифатын күтәреүҙә, балаға белем һәм тәрбиә биреүҙә халыҡ педагогикаһының роле ифрат та ҙур.

        Уҡытыусы мәғлүмәти технологияларҙы маҡсатҡа ярашлы ҡулланып, халыҡ педагогикаһының гәүһәр өлгөләренә таянған саҡта ғына балаларҙы ғәжәпләндерергә, һоҡландырырға мөмкин. Туған телендә йәки башҡа телдә саф итеп һөйләшкән кешене тыңлауы - үҙе бер зауыҡ. Ошоларҙы уҡыусыларыма аңлатырға тырышып “Аҡ тирмә” өлгөлө балалар фольклор коллективы менән төрлө йолалар, милли байрамдар уҙғарам. Тик туған телебеҙҙең күркәм яғымлы һүҙҙәрен файҙаланыу мөмкинлектәрен күрһәтеп уҡыусыларыбыҙҙы таң ҡалдырайыҡ, телмәрҙәренә иғтибарын арттырайыҡ!

       Уҡыусыма үҙ ғүмерендә башҡорт теленән алған белеме бер тапҡыр кәрәк була икән, минең хеҙмәтем бушҡа түгел тимәк. Һәм мин уларҙың төрлө осраҡтарҙа ла үҙҙәрен иркен һәм ышаныслы тотоуҙарын теләйем.

          Бөгөнгө уҡытыусы үҙ заманы менән бергә атлай. Уның аҙымдары ышаныслы, ул үҙе ихтирамлы, иғтибарлы, аҡыллы булырға тейеш. Район конкурсында еңеүем дә ана шул аҙымдарҙың береһелер.

Замана ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, киләсәккә өмөт бағлап йәшәйем һәм эшләйем, уҡытыуҙың юғары һөҙөмтәләренә ирешеү, кешелекле балалар тәрбиәләү өсөн  эҙләнәм. Үҙ өҫтөндә ижади эшләү, яңылыҡҡа ынтылыу, өмөт һәм ышаныс менән яһалған аҙымдар һөҙөмтәһеҙ ҡалмаясаҡ.

Уҡытыусымын! Һөйөнөп эшкә барам. Хеҙмәтем  илем, халҡым киләсәге менән бәйләнгән. Бар байлығым – балалар һәм мәктәп.